Бер ҙур баклажан өс ҡалаҡ зәйтүн майы, 250 г ит фаршы, бер баш һуған, ике-өс тырнаҡ һарымһаҡ, 100 г ҡырылған сыр, бер баш татлы борос, ике помидор, бер йомортҡа, өс ҡалаҡ самаһы панировка сохарыйы, тәменсә тоҙ һәм йәшел тәмләткестәр кәрәк. Был – дүрт порцияға.
- Йәшел тәмләткес үләнде – ваҡлап, боросто, помидорҙы шаҡмаҡлап турарға.
- Баклажанды оҙонсалап икегә бүлеп, эсендәге йомшағын алырға ла, ҡайнап торған һыуға һалып, 5 – 7 минут бешерергә. Һуңынан һыуын һарҡытырға.
- Фаршты зәйтүн майында еңелсә (тотош бешкәнсә түгел) ҡыҙҙырып алырға.
- Икенсе табала майҙа боросто, һуған һәм һарымһаҡты 4 – 5 минут ҡыҙҙырырға.
- Шунан ошо өс массаны бергә ҡушып, уға тәмләткес, сохарый, йомортҡа, сырҙы һәм помидорҙы һалып, бутарға.
- Артабан баклажандың эсенә һалырға һәм 180 градусҡа эҫетелгән духовкала 45 минут самаһы бешерергә.
Тәмле булһын!