-14 °С
Болотло
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2025)
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Октябрь 2022, 21:15
Ебәрмәгеҙ һуғыш хәбәрҙәре!
Ебәрмәгеҙ һуғыш хәбәрҙәре, Йөрәгемде тотам усымда, Минең дә бит ике генә улым, Һәр ҡайһыһы бөртөк, бер генә. Һәр әсәнең, беләм, хәлгенәһен, Миңә теймәҫ тиеп тормайыҡ, Уңға -һулға хәбәр оҙатҡансы, Раббыбыҙҙан ғәфү һорайыҡ. Илгә килгән афәт уйын түгел, Ир -егеттең төшә иңенә, Һалҡын аҡыл менән аңлаһам да Ҡабул итмәй күңел һис кенә. Именлектәр һорап сабыр итәм, Иртә -кисен төбәп ҡиблаға, Әр -Рахимым күрер һәм ишетер Һәр беребеҙ булһаҡ доғала. Ебәрмәгеҙ әле миңә һүрәт, Үртәмәгеҙ янған йөрәкте Атыр таңдарыбыҙ тыныс булһын Имен булһын илем күктәре. Тамара Солтанова.
Ебәрмәгеҙ һуғыш хәбәрҙәре!
Фото: Т. Аманов
Автор:
Гөлнара Солтанова
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"