Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Октябрь 2022, 13:30

Юл фажиғәләре - 21 октябрь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында ике кешенең ғүмере өҙөлгән...

Юл фажиғәләре - 21 октябрь
Юл фажиғәләре - 21 октябрь

Көндөҙ сәғәт дүрт тирәһендә Ишембай районының Алаҡай ауылы янында 25 йәшлек егет "ВАЗ-2115" машинаһында юлдан осоп, быуаға түңкәрелгән. Водитель менән уның 31 йәшлек пассажиры һәләк булған. Асыҡланыуынса, машина менән идара иткән егет водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән. Был фажиғә буйынса бер нисә экспертиза үткәреү билдәләнгән, тикшереү бара.

Хөрмәтле юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар, транспорт сараһы менән идара иткәндә хәүефле маневрҙарҙы үтәүҙән тыйылып торорға, тиҙлек режимын үтәргә кәрәк. Юлдағы хәүефһеҙлек үҙегеҙҙән дә ҡала!

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в