Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Октябрь 2022, 21:00

Әйләнеп ҡайтығыҙ, уландар?

Әсәйҙәрҙең әсе күҙ йәштәре Йылға булып аҡты ҡайғынан. Әхирәте күптән йоҡоһоҙлоҡ, Моңһоу ҡарай күктән ай ғына.   Фәрештәләй йәндәр беҙгә ҡарай, Ни әйтерһең Кешем ерҙәге? Яҙылалыр ғәмәл дәфтәренә, Хаҡ Тәғәләм күрә үрҙәге.   Һин бармаһаң , һуғыш туҡтамайҙыр, Һалып үлсәр юҡтыр биҙмәне? Әсәкәйе әйтер һүҙҙәрен дә Йөрәгенә йомоп , бикләне.   Торналарҙың сыңы йөрәк яра, Билдәһеҙлек өҙә бәғерҙе. Тарих бите һаҡлар,мәңге юймаҫ, Һуғыш һалған афәт,йәберҙе!   Сабыйҙарҙы етем итмә ,Рәсәй, Ҡайтар теүәл илгә уландарың? Ҡайтып төшһөн тулып вагондары, Ҡаршы алһын һеҙҙе туғандар!   Рәйлә Хисмәтуллина -Хоҙайбирҙина

Әйләнеп ҡайтығыҙ, уландар?
Әйләнеп ҡайтығыҙ, уландар?

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: