Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Октябрь 2022, 14:33

Владимир ПутинК ике законға ҡул ҡуйҙы

Уларҙа мобилизацияланған бәләкәй һәм урта бизнес хужаларына ярҙам тураһында һүҙ бара.  

Владимир ПутинК ике законға ҡул ҡуйҙы
Владимир ПутинК ике законға ҡул ҡуйҙы

Хәҙер закон буйынса:
- Эшҡыуарҙар бизнес менән идара итеүҙе ышаныслы кешеләре аша һаҡлап ҡала ала. Эште тапшырыуға һәм ышаныс ҡағыҙҙарын рәсмиләштереүгә биш эш көнө бирелә: https://vk.cc/chKCOJ

- Бизнесын үҫтереүгә кредит алған эшҡыуарҙар кредит каникулына хоҡуҡлы. Кредит килешеүе мобилизация көнөнә тиклем төҙөлгән булырға тейеш: https://vk.cc/chKCQA

Кредит каникулдары (ташламалы осор) һорап, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтте ойоштороусы үҙе лә, ышаныс ҡағыҙы буйынса эшләүсе кеше лә мөрәжәғәт итә ала. Кредит каникулдары мөрәжәғәт иткән йәки заемсы билдәләгән көндән башлана, ләкин 2022 йылдың 21 сентябренән дә иртәрәк түгел. Каникулдар яуаплылығы сикләнгән йәмғиәткә ойоштороусыны мобилизациялағанға тиклем бирелгән теләһә ниндәй кредиттар һәм заемдар буйынса бирелә. Мобилизация тамамланғандан һуң кредит каникулдары 90 көнгә оҙайтыла.

Ташламалы осор ваҡытында проценттар килешеүҙә билдәләнгән ставка буйынса иҫәпләнә. Каникул осоро тамамланғандан һуң, иҫәпләнгән, әммә түләнмәгән проценттар төп бурыс суммаһына индерелә, ә кредит йәки заем ваҡыты түләү күләме элеккесә ҡалырлыҡ итеп оҙайтыла.

Сығанаҡ: Рәсәй банкыһы бүлексәһе - Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк https://www.cbr.ru/rb

Рәсәй Банкыһының ҡыҙыу линияһы:
- кәрәҙле телефондарҙан бушлай шылтыратыу өсөн: 300
- Рәсәй төбәктәренән бушлай шылтыратыу өсөн: 8 800 300-30-00
- кәрәҙле элемтә операторҙарының тарифтарына ярашлы: 7 499 300-30-00

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: