Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Октябрь 2022, 12:05

Әскелт-татлы соус

Ғәҙәттә, бындай соусты ҡытайҙар яратып ҡуллана икән. Хәҙер беҙҙә лә күп ризыҡты соуслап ашау таралды. Кемдәр һатып алырға түгел, ә үҙҙәре әҙерләп ашарға ярата, бына бер рецепт.

Әскелт-татлы соус
Әскелт-татлы соус

Ингредиенттары:

Һуған – ике баш

Имбир тамыры – бер дана

Һарымһаҡ – ике тырнаҡ

Үҫемлек майы – ике ҡалаҡ

Шәкәрһеҙ аҡ шарап – ике ҡалаҡ

Соя соусы – ике ҡалаҡ

Уксус – бер ҡалаҡ

Томат соусы – өс ҡалаҡ

Шәкәр – ике ҡалаҡ

Емеш һуты (әфлисун йә ананас яҡшыраҡ) – 125 мл

Крахмал – бер ҡалаҡ

Һыу – ике ҡалаҡ

Был өс порцияға иҫәпләнгән.

Һуғанды, имбирҙе, һарымһаҡты ваҡлап турарға һәм ике-өс минут бутай-бутай үҫемлек майында ҡыҙҙырырға. Соя һәм томат соусын, уксусты, шарапты, шәкәрҙе, һутты бергә ҡушып, кәстрүлдә ҡайнатып сығарырға. Һыу менән крахмалды бутап, соусҡа һалырға һәм ҡыҙҙырылған массаны (һуған, һарымһаҡ, имбирле) ҡушырға. Үҙегеҙгә кәрәкле ҡуйылыҡҡа еткәнсе бешерегеҙ. Соустың консистенцияһы яҡшы булһын өсөн, уны блендерҙа иҙеп алығыҙ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: