-11 °С
Болотло
Был наркокурьерҙар йәшерен урындарҙан күмәртәләп наркотик алып, шуны ваҡ дозаларға бүлеп, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларында таратҡан. Енәйәтсел төркөм составында Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет ҡалаларынан 17-38 йәшлек кешеләр. Тентеү барышында уларҙа 1,5 кг наркотик матдәләр табылған.
Енәйәт эштәре ҡуҙғатылып, енәйәтсел төркөмдөң башҡа ағзаларын фашлау буйынса эш дауам итә.
Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының наркотик матдәләр әйләнешен контролдә тотоу идаралығы.