Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Октябрь 2022, 14:30

Муттар халыҡты алдай ғына...

Өфө районының Чесноковка ауылында йәшәгән 42 йәшлек ҡатындың ике миллион һумдан ашыуыраҡ аҡсаһы булған. Шул аҡсаны ҡайҙа һалып, өҫтәмә табыш алырға икән, тип баш ватҡанында Интернетта ҙур проценттар вәғәҙә иткән "инвестиция компанияһы" сайтына юлыға. Ҡатын бөтә аҡсаһын шунда сумдыра бит. Һәм миллиондары, экрандағы һандарға ғына әүерелеп, елгә оса...

Муттар халыҡты алдай ғына...
Муттар халыҡты алдай ғына...

Өфөлә йәшәгән 56 йәшлек ҡатын ялған "банк хеҙмәткәре"нең тоҙағына ҡапҡан. Билдәһеҙ ҡыҙҙың, мутлашыусылар аҡсағыҙҙы урларға, исемегеҙгә кредит юлларға маташа, тигән алдағына ышанып,  үҙе кредит алған да, 1 миллион 600 мең һумдан ашыуыраҡ аҡсаны банкоматтар аша төрлө иҫәптәргә күсергән.

Мутлашыусылар тәүлек эсендә генә йәмғеһе 19 кешене алты миллион һумдан ашыуыраҡ суммаға алдаған... 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: