Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Октябрь , 22:15

Изге теләктәр ҡабул булһын!

Бөгөн республиканың 16 мәсетендә махсус хәрби операцияла үҙ бурысын үтәгән һәм әле унда йыйынған ир-егеттәребеҙҙең бөтәһе лә иҫән-һау ҡайтһын, тигән ниәттә аяттар уҡытылды, ҡорбан салынды.

Изге теләктәр ҡабул булһын!
Изге теләктәр ҡабул булһын!

Учалы районында ла, Зәйнулла Рәсүлев исемендәге һәм Миндәк ауылындағы мәсеттәрҙә, ҡорбан салынды, аяттар уҡытылды.  
- Яҡындарын Тыуған илде һаҡларға оҙатҡанда, уларҙың именлеге өсөн, тыныс тормош өсөн күмәкләп доғалар ҡылыу - халҡыбыҙҙың күркәм йолаһы, - тине Учалы ҡалаһы хакимиәте башлығы Илмир Ғәзизов Зәйнулла ишан мәсетендә барыһын да ихлас күңелдән тәбрикләп. - Бөгөн дә беҙ яугир бурысын үтәгән һәр кем өсөн, динен, милләтен айырмай, ихлас күңелдән имен-һау ҡайтыуын теләп, доға ҡылдыҡ.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә тап ошо турала яҙғайны: "Ихлас доғаларҙың һәр саҡ ҡабул булырына һәм ыңғай энергия һәр саҡ маҡсатына өлгәшәсәгенә ышанам. Православие динендәге дуҫтарыбыҙҙың, православие диненә ярашлы, бөтә егеттәр өсөн доға ҡылыуын һорайым. Ә беҙ бөтәһе өсөн дә ҡорбан салабыҙ һәм доғаларҙа иҫкә алабыҙ, ниндәй диндә һәм милләт вәкиле булыуына ҡарамаҫтан. Шуға ла кемдер беҙҙең өсөн шәм ҡуйһа, уларға ла рәхмәт әйтербеҙ. Берҙәм булайыҡ!"

Изге теләктәр ҡабул булһын!

Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан.

Изге теләктәр ҡабул булһын!
Изге теләктәр ҡабул булһын!
Изге теләктәр ҡабул булһын!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в