Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Октябрь 2022, 14:00

Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны арта

Был турала БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты.  

Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны арта
Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны арта

Йыл башынан Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны 32 мең кешегә артҡан. Был хаҡта Республиканың Федераль һалым хеҙмәте мәғлүмәттәре дәлилләй. Уларҙың һаны 104,6 мең кеше тәшкил итте - был 2021 йыл аҙағына ҡарағанда 44,1 процентҡа күберәк.

Үҙмәшғүлдәр араһында төҙөлөш өлкәһендә эшләүселәр, пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнеүселәр, мәғлүмәт хеҙмәте күрһәтеүселәр һәм сәнәғәтселәр бар. Һалым түләүселәрҙең дөйөм килеме — 19 миллиард һум, бюджетҡа өҫтәлгән һалым суммаһы 710 миллион һум тәшкил иткән.

Быйыл сентябрь айынан  алып үҙмәшғүлдәрҙең шәхси эшҡыуарҙар менән бер рәттән етештерелгән продукцияһын ял көндәрендә үткән йәрминкәләрҙәә һәм фестивалдәрҙә  һатыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде.

Үҙмәшғүллек режимы - ул үҙен яҡшы яҡтан күрһәткән эш механизмы. Ул граждандарға бәләкәй һәм урта бизнес менән бер рәттән дәүләт ярҙамы саралары менән файҙаланыу мөмкинлеге бирә. Быйыл эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә яҡынса 960 миллион һум йүнәлттек.

Ярҙамсы хужалыҡ алып барыусылар өсөн йылына 1-5% менән льготалы кредиттар алырға мөмкин. Был 12 йылға тиклем ҡыҫҡа ваҡытлы һәм инвестиция займдарына ла ҡағыла. Был аграрийҙарға үҙ продукцияһы күләмен арттырырға мөмкинлек бирәсәк.

Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны арта, был, әлбиттә, төбәктең хеҙмәт баҙарында һәм иҡтисадында ыңғай сағыла. Уларға артабан да ярҙам итәсәкбеҙ.

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: