-6 °С
Болотло
Көндөҙ сәғәт беренселә Әбйәлил районының Асҡар ауылында 64 йәшлек водитель "Ford S-Max" машинаһында йәйәүлеләр үткәүеле аша үтеп барған 10 йәшлек малайҙы бәрҙергән. Еңел йәрәхәтләнгән уҡыусыны табиптар ҡарағандан һуң өйөнә ҡайтарған.
Руль артында ултырған кеше төрлө көтөлмәгән хәлдәргә әҙер булырға һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә тейеш. Йәйәүлеләргә лә үтә иғтибарлы булырға кәрәк. Автомобиль бер ваҡытта ла ҡапыл туҡтай алмай, шуны иҫегеҙҙән сығармағыҙ!
Фото: БР ЮХХДИ.