Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Октябрь 2022, 10:10

Украина Радий Хәбиров менән Элвин Грейҙы санкцияға эләгеүселәр исемлегенә индерҙе

Уларға хәҙер Украинаға инеү тыйыла. 

Украина Радий Хәбиров менән Элвин Грейҙы санкцияға эләгеүселәр исемлегенә индерҙе
Украина Радий Хәбиров менән Элвин Грейҙы санкцияға эләгеүселәр исемлегенә индерҙе

Украина Президенты Владимир Зеленский Милли именлек һәм оборона советының 2,5 мең бизнесменға, чиновникҡа, дәүләт эшмәкәренә һәм 1,4 мең компанияға ҡарата ҡабул иткән санкциялар тураһында ҡарарын ғәмәлгә индерҙе.

Санкцияға эләгеүселәр исемлегенә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ингән. Республика Башлығына ҡарата 10 йылға санкциялар индерелгән. Беҙҙең етәксегә ҡарата Украина буйынса сауҙа операцияларын, осоштарҙы һәм ташыуҙарҙы, капитал сығарыуҙы, иҡтисади һәм финанс йөкләмәләрен туҡтатыуҙы, дәүләт милкен хосусилаштырыуҙа һәм ҡуртымға алыуҙа ҡатнашыуҙы тыйыу, булған активтарҙы ябыу ҡаралған.

 

Шул уҡ санкциялар  5 йылға  Башҡортостан Башлығының мәҙәниәтте һәм йәштәр сәйәсәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе, йырсы Радик Юлъяҡшинға (Элвин Грей) ҡарата ла индерелә. Был  исемлектә «Авиа-Клин» сервис компанияһы директоры Винер Шакиров, Башҡортостандан Дәүләт Думаһының элекке депутаттары Илдар Бикбаев, Алексей Изотов, Фәрит Ғәниев, Рәмзил Ишһарин, Инга Йомашева һәм Өфөнөң элекке мэры Павел Качкаев та бар.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: