Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Октябрь 2022, 21:05

Радий Хәбиров туризмды үҫтереү буйынса кәңәшмә уҙғарҙы

Башҡортостан Башлығы туризм тармағында яҡын киләсәккә төп бурыстарҙы билдәләне.

Радий Хәбиров туризмды үҫтереү буйынса кәңәшмә уҙғарҙы
Радий Хәбиров туризмды үҫтереү буйынса кәңәшмә уҙғарҙы

Беҙҙә туризмдың үҫешенең мөмкинлектәре киң. Республикабыҙ донъяла билдәлелек яулай бара. Быйыл һигеҙ айҙа туристик ағым 1,2 млн кешенән ашыу булған. Тармаҡта арыу ғына килем дә бар, уға һалынған аҡса ла күп.

БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов әйтеүенсә, республика халыҡ-ара, Рәсәй туризм форумдарында әүҙем ҡатнаша. Бының ыңғай һөҙөмтәләре лә бар. Төбәк етәкселеге ярҙамы менән социаль туризм да үҫә. Өлкәндәр һәм уҡыусылар өсөн айырым йүнәлештәр бар.

Кәңәшмә һуңында Радий Хәбиров төп бурыстарҙы ла билдәләне.

– Несмотря на перегруппировку наших финансов, мы планомерно реализуем все проекты в сфере туризма. Во-первых, в Уфе появляется много туристических объектов. Считаю, что одной из важных точек притяжения уже стал памятник генералу Шаймуратову на Советской площади. Мы продолжаем работу над созданием Евразийского музея кочевых цивилизаций в Чишминском районе. Это проект на несколько лет. И таких инициатив немало. В республике развивается промышленный, лечебный, рекреационный, школьный туризм. Хорошо показала себя и республиканская программа «Башкирское долголетие», которая позволяет нашим пенсионерам путешествовать по родному краю. Планомерно работаем дальше, - тине БР Башлығы.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: