Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Октябрь , 14:24

Рәсәй халҡы байрамдарҙа артыҡ шаулауҙан ялҡҡан...

Ил халҡының 70 проценты быйылғы Яңы йылды ҡаршылау сығымдарын кәметеүҙе һәм кәйеф-сафалы саралар үткәреүҙән тыйылып тороуҙы хуплай.

Рәсәй халҡы байрамдарҙа артыҡ шаулауҙан ялҡҡан...
Рәсәй халҡы байрамдарҙа артыҡ шаулауҙан ялҡҡан...

Бөтә Рәсәй халыҡ фекерен өйрәнеүсе үҙәк (ВЦИОМ) һорашыуҙар ойошторған. Бәғзе бер субъекттар байрам үткәреүгә артыҡ аҡса исраф итмәйенсә, уларҙы мобилизацияланғандарға йә уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеп биреү тураһында ҡарар ҡабул иткәйне, улар араһында Башҡортостан да бар. Халыҡ бының менән бик риза икән. Ойошма-предприятиеларҙа ла корпоративтарҙан баш тартмаҡсылар (һорашыуҙа ҡатнашыусыларҙың 54 проценты шулай тигән).

Эйе шул, бынауындай ваҡытта ниндәй байрам?! Байрам - балаларға.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в