Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Октябрь , 16:00

Музейҙа "матур тусовка"!

Һәр айҙың һуңғы шәмбеһендә Башҡортостандың Милли музейында үҙенсәлекле сара уҙғарыласаҡ.

Музейҙа "матур тусовка"!
Музейҙа "матур тусовка"!

Төрлө оҫталыҡ дәрестәре, заманса музыка, файҙалы тренингтар айырыуса йәштәр өсөн файҙалы ла, ҡыҙыҡлы ла буласаҡ. Мәҫәлән, 29 октябрҙә "Музейҙа төн" квесты, Шайморатов тураһында лекция, күн әйберҙәр йәрминкәһе, браслет үреү буйынса оҫталыҡ дәресе һәм башҡа ҡыҙыҡлы саралар планлаштырылған.

Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта: museumrb.ru Телефон: 8(937) 307-91-27.

Музей сара үткәргән көндө иртәнге сәғәт ун берҙән киске сәғәт унға тиклем эшләй (11:00-22:00). 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Музейҙа "матур тусовка"!
Музейҙа "матур тусовка"!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в