Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Октябрь 2022, 21:00

МИН ҠАЙТЫРМЫН

Мин үҙемде алдым үҙем менән, Һиңә ҡалһын һөйөү наҙҙарым. Күңелемде өткән уйҙарымдың, Мин алайым бик - бик аҙҙарын... Мин алайым ирендәрең тәмен, Тыуған яҡтың таҙа һауаһын. Берәү әле белмәй ни күрәһен, Ҡайҙа барып, ҡайҙа ауаһын. Мин алайым һинең ҡарашыңды, Йомшаҡ устарыңдың йылыһын. Мин алайым күҙҙәреңдән тамған, Ике бөртөк кенә ынйыһын... Был һынауҙы Хоҙай ебәрмәгән, Был батшалар ҡорған сәйәсәт. Яҙған булһа, мин ҡайтырмын йәнем, Һуғыш бит ул түгел сәйәхәт...     Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов

МИН ҠАЙТЫРМЫН
МИН ҠАЙТЫРМЫН

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: