Бөгөн урыны менән бер аҙ ямғыр яуа, төньяҡ райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ – 5–10 градус йылы.
22 октябрҙә урыны менән епшек ҡар һәм ямғыр яуыуы, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Көньяҡ райондарҙа тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы хаҡында иҫкәртәләр. Юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә – 0–5 градус һалҡын, көндөҙ 0–5 градус йылы.
Фото: Т. Аманов