Түбән ставкалы (алты процент һәм унан түбән) был ярҙам "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү" милли проекты буйынса күрһәтелә. Микрозаймды проект авторы Мария Пацкова ҡунаҡ йорто һәм беседкалар төҙөүгә тотонасаҡ.
Әйткәндәй, беҙҙә ошондай кредит ярҙамы менән Natura Park һәм «Һарыташ» глэмпингтары ла үҫтерелә. Бәләкәй ҡалаларҙа ставка күләме тағы ла түбәнерәк. Заявка биреү тураһында белешмәне түбәндәге сығанаҡтарҙан алырға була:
centerrb.ru, 8 (347) 246-20-50.
"Минең бизнесым" үҙәктәре белгестәре лә эшҡыуарҙарға консультация бирә: +7 (347) 224-99-99).
Фото: БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.