"Бәйләнештә" селтәрендә етәксе былай тип яҙған:
"Һаҡланыу ҡоролмаларының хәл-торошон ҡараным. Дөйөм алғанда, был юҫыҡта эш алып барыла, объекттар, ҡорамалдар тейешенсә һаҡлана. Ҡайҙалыр ремонт та кәрәк. Шулай уҡ бомбанан йәшенеү урындарының әҙерлеген тикшерҙем. Төп талаптар: ҡоро иҙән, яҡтылыҡ, иркен үтеү юлдары. Бәләкәй етешһеҙлектәр ҙә күренде, уларҙы бөтөрәсәкбеҙ".
Билдәле булыуынса, хәүеф була ҡалһа, эвакуация тураһында хәбәрҙе халыҡҡа торлаҡ-эксплуатация ойошмаларынан, йорт старосталары аша хәбәр итәсәктәр.
Фото: vk.com