Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Юнир Ҡотлоғужин, Илһам Ғәлин һәм Рөстәм Хафизов Луганск еренә юл тота, тип хәбәр итәләр Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән.
– Парламентарийҙар Луганск Халыҡ Республикаһы халҡына һәм хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн тәғәйенләнгән 10 тонна йөктө оҙатып барасаҡ, – тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Луганскиға беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн медицина изделиелары һәм препараттар, аҙыҡ-түлек, йоҡлау тоҡтары, кейем-һалым һәм башҡалар алып барыласаҡ. Шулай уҡ урындағы мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн аҡсалата ярҙам йыйылды.
Луганск Халыҡ Республикаһына гуманитар йөктө йыйыу һәм алып барыу – Дәүләт Йыйылышындағы Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы фракцияһының башланғысы. Фракция етәксеһе Юнир Ҡотлоғужин белдереүенсә, барлыҡ кәрәкле әйберҙәр исемлеге Луганск Халыҡ Республикаһындағы Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы бүлексәһе менән килешелгән.
Фото: архив vk.com