Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Октябрь 2022, 17:15

27 йыл элек ир менән ҡатынды язалап үлтергән ҡәбәхәттәрҙе тотҡандар

1995 йылдың 28 ғинуары иртәһендә Салауат ҡалаһының Ленинград урамында ҡот осҡос енәйәт ҡылына: ҡоралланған өс кеше коммерция фирмаһының директоры йәшәгән йортҡа килеп, ирҙәрҙең береһе урамда ҡарауылда тороп ҡала, икәүһе фатирға бәреп инә лә, "Смит-Вессон" пистолеты, "Винчестер" мылтығы менән янап, коммерсантты һәм уның ҡатынын туҡмайҙар, бәйләп, аҡса талап итәләр. Күршеләре, шау-шыуҙы ишетеп, милицияға шылтырата. Наряд килгәс, енәйәтселәр ир менән ҡатындың башына атып үлтерә, милиционерҙарға ҡаршы ут аса. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең береһе яралана (пуля ҡулына эләгә). 

27 йыл элек ир менән ҡатынды язалап үлтергән ҡәбәхәттәрҙе тотҡандар
27 йыл элек ир менән ҡатынды язалап үлтергән ҡәбәхәттәрҙе тотҡандар

Атышҡан саҡта енәйәтселәр икенсе ҡаттағы кешеләрҙең фатирына бәреп инә ала. Шунан тәҙрә аша урамға сығып ҡасалар. Уларҙы ошо көнгә тиклем эҙләү дауам итте. Һәм, ниһайәт, енәйәтселәрҙең икәүһен (51 һәм 52 йәшлек ирҙәрҙе) Ростов өлкәһендә, береһен (62 йәшлек ирҙе) Мәскәү өлкәһендә тотоп, ҡулға алғандар. 

Енәйәт эше буйынса тикшереү дауам итә.

Фото: РФ Тәфтиш комитеты.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: