Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Октябрь 2022, 12:11

12 мең һум ришүәткә – 500 мең һум штраф

Шулай ҙа була! С. ҡалаһында йәшәүсе берәү түрәгә ришүәт биргән дә...

12 мең һум ришүәткә – 500 мең һум штраф
12 мең һум ришүәткә – 500 мең һум штраф

“Вазифалы кешегә ришүәт биреү” статьяһы буйынса сығарылған суд ҡарары был. Бер ир республика буйынса яғыулыҡ-майлау материалдары ташыу хеҙмәте күрһәткән. 2019 – 2020 йылдарҙа йөк ауырлығы тейешленән үткән өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылыуҙан ҡасып, үлсәү контроле стационар пунктынан үлсәүһеҙ үтеү өсөн “Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге” учреждениеһы хеҙмәткәрен 1000-әр һум менән “бүләкләп” торған. Шулай 12 мең һум йыйылған. Был ҡыйыш эш асыҡланған.

Уға бәрәбәр суд 500 мең һум штраф түләтеү ҡарары сығарған. Ришүәт биреүсе үҙ ғәйебен танымаған, әлегә приговор көсөнә инмәгән. Ә ришүәтте алыусыға ҡарата ла эш ҡуҙғатылған, тип яҙа "Башинформ" агентлығы.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: