Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Октябрь 2022, 11:30

Юл фажиғәләре - 19 октябрь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында өс кеше һәләк булды...

Киске сәғәт ете тирәһендә Өфө районында, Өфө-Мәскәү автомобиль юлының 1330-сы саҡрымында, Дүртөйлө районынан 53 йәшлек ир "ВАЗ-2109" машинаһында ҡаршы килгән "Лада Веста" һәм "Toyota Camry" менән бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә "ВАЗ" водителе ваҡиға урынында һәләк булған, уның 56 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатылған. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.

Ошо уҡ ваҡытта ҡурҡыныс авария Күмертау ҡалаһында ике кешенең ғүмерен өҙҙө. Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 227-се саҡрымында 40 йәшлек ир "Лада Гранта" машинаһында ыңғай барған "КамАЗ"ға бәрелгән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе һәм уның 30 йәшлек пассажиры ашығыс ярҙам килеп еткәнсе йән биргән. Тағы өс пассажир, 41 һәм 30 йәшлек ике ир һәм 27 йәшлек ҡатын төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Автотехник һәм химик-токсикологик тикшереү тәғәйенләнгән.

Юлда ашыҡмағыҙ, иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ. Барығыҙға ла хәүефһеҙ юлдар!

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: