Судта асыҡлауҙарынса, 2020 йылдың октябрендә ғәйепләнеүселәр рейд барышында Kia Rio маркалы автомобилде туҡтата һәм уның водителенең иҫерек булыуын асыҡлай. Протокол төҙөгәндә инспекторҙар дәлилдәрҙе үҙгәртеп, автоһәүәҫкәрҙең айыҡ булыуы хаҡында яҙа.
Бынан тыш, улар иҫерек килеш машина йөрөткән, ҡыҙыл утҡа сыҡҡан һәм ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан өсөн водителдәрҙән ришүәт алған өсөн ғәйепле тип танылды.
Ришүәт суммаһы 1–30 мең һум тәшкил иткән. Улар бөтәһе 71 мең һум аҡса алған.
Хөкөм ителеүселәр үҙ ғәйебен өлөшләтә таныны. Өфөнөң Совет районы суды – 5 һәм 7 йылға эске эштәр органдарында вазифалар биләү хоҡуғынан мәхрүм итеп, ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 8 йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарҙы.
Ирҙәр суд залында һаҡ аҫтына алынған.
Фото: Т. Аманов