Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Октябрь 2022, 21:20

Яңы проекттар хупланды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы "Инвестиция сәғәте"н үткәрҙе. Унда сәнәғәт һәм ауыл хужалығы тармағында яңы башланғыстар ҡаралды.

Яңы проекттар хупланды
Яңы проекттар хупланды

"Башҡорт туңдырмаһы" базаһында яңы фабрика төҙөлә. Был проект 2020 йылдың апрелендә хупланғайны. 2025 йылға йылына 10 мең тонна туңдырма етештереү күҙаллана. Радий Хәбиров инвесторҙарға парктарҙа, башҡа йәмәғәт майҙандарындағы туңдырма һатыу нөктәләренең дизайнын ҡарарға ҡушты.

Мәләүез районының "Ашҡаҙар" ауыл хужалығы предприятиеһын киңәйтеү күҙаллана. Был маҡсатта 765,5 млн һум аҡса һалырға ниәтләйҙәр. Проект өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индерелде.

Өфө районында "Добрый картон" компанияһы гофротара етештереү заводын асмаҡсы. 50 яңы эш урыны булдырыу ҡарала. Йылына 70 млн тонна ҡатырға сығарыусы заводҡа инвестиция күләмен 280 млн һум тип билдәләгәндәр.

"MadyArt" компаниялар төркөмө ике тегеү фабрикаһын - «Фемина» һәм «Фортуна»ны - яңыртыу буйынса проектты ғәмәлгә ашыра. Цехтар Өфөлә, Бөрөлә һәм Салауатта урынлашҡан. Интернетта кейем-һалым әүҙем һатыла. Тик етештереү күләмен арттырыу өсөн квалификациялы тегенселәр етмәй. Был йәһәттән республика етәксеһе хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу кәрәклеген белдерҙе. Иң мөһиме - лайыҡлы эш хаҡы.

- Беҙ производствоны яңыртыуға булышлыҡ итербеҙ. Кадрҙар мәсьәләһе - еңел сәнәғәт өсөн системалы хәл ителергә тейеш. Хеҙмәт хаҡын күтәреүҙе эҙмә-эҙлекле башҡарыу мөһим, - тине Радий Хәбиров.

Фото: БР Башлығы сайтынан. 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: