-33 °С
Ясна
Тикшереү бөгөн республиканың ике районында: Благовар районында (М-5 "Урал" автомобиль юлының 1396-сы саҡрымында) һәм Ауырғазы районында (Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 81-се саҡрымында) уҙасаҡ.
ЮХХДИ инспекторҙарының төп иғтибары балаларҙы йөрөтөүгә йүнәлтелә. Инспекторҙар махсус тотоп тороусы ҡоролманың булыу-булмауын ғына түгел, уның дөрөҫ нығытылыуын да тикшерәсәк.
Быйыл туғыҙ айҙа республика юлдарында балалар ҡатнашлығында 136 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа дүрт баланың ғүмере өҙөлгән, 166 бала төрлө йәрәхәттәр алған. Балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында бер бала һәләк булған.
Фото: БР ЮХХДИ.