Федераль именлек хеҙмәте, хоҡуҡ һаҡлау органдары, колледж етәкселеге кисекмәҫтән мәғлүмәтте тикшереп, тиҙ арала яҙманың авторын асыҡлайҙар - ул Силәбе өлкәһенән колледж студенты булып сыға. Уның әйтеүенсә, ни бары шаяртырға уйлаған, үҙенең ҡылығының эҙемтәләре хаҡында, енәйәт ҡылыу ниәте тураһында уйламаған. Әлеге ваҡытта уның менән Эске эштәр министрлығының бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлексә хеҙмәткәрҙәре эшләүен дауам итә, тикшереү бара.
Колледж етәкселеге мәғлүмәте буйынса, уҡыу йорто ғәҙәти режимда эшләй, дәрестәр ғәҙәттәгесә үтә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.