Асыҡланыуынса, зыян күреүсе Силәбе ҡалаһында шәхси эшҡыуарҙарҙың береһендә водитель булып эшләгән. Эш сәфәре менән Учалы ҡалаһына килгәс, ул фураны туҡталҡала ҡалдырып, үҙенең элекке таныштарына юллана. Осрашыуҙы тәүҙә машинала "йыуалар", шунан саунаға баралар. Күңел асҡан ваҡытта күптәнге үпкәләр иҫтәренә төшөп, араларында бәхәс ҡуба. Еңел автомобилдә урманға барып еткәс, ике ир 34 йәшлек ирҙе тәүҙә йоҙроҡтары менән дөмбәҫләй, шунан йығып алып, типкеләй. Был да аҙ тойолғас, баллон асҡысы менән туҡмап, бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнсәләр. Һуңынан буксир тросы менән ирҙең кәүҙәһен автомобилгә бәйләп, урман төпкөлөнә ҡәҙәр һөйрәтәләр ҙә, шунда тағы бысаҡ менән сәнсәләр. Икенсе көнөнә енәйәт урынына көрәк менән әйләнеп килеп, эҙҙе йәшереү маҡсатында, мәйетте ергә күмәләр.
Полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиғалар сылбырын тергеҙеп, оператив-эҙләү саралары барышында енәйәтселәрҙе эҙләп таба, полиция бүлегенә килтерә. Элек хөкөм ителгән 30 һәм 26 йәшлек ирҙәр тәүҙә бер-береһенә һылтап маташҡан, һуңынан үҙ ғәйебен таныған, мәйетте ҡайҙа йәшергәндәрен күрһәткән. Уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәйепләнеүселәр һаҡ аҫтында.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.