Билдәле булыуынса, егет яңыраҡ ҡына "куратор" вазифаһына үрләп, төбәк наркокурьеры булып киткән. Үҙенең енәйәтсел эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу өсөн "йүнсел эшҡыуар" махсус рәүештә Октябрьский ҡалаһына күсеп килгән дә, ҡуртымға фатир алып, күмәртәләп һатып алған наркотиктарҙы айырым төргәктәргә төрөү, уларҙы һатыу менән шөғөлләнгән. Наркокурьер гашиш, марихуана, мефедрон һәм кокаин һатҡан.
Оператив-эҙләү саралары үткәргән ваҡытта унда 1 килограмдан ашыу гашиш, 70 грамдан ашыу мефедрон, 6 грамдан ашыу кокаин һәм 30 грамдан ашыу марихуана тапҡандар. Егет үҙ ғәйебен таныған. Енәйәт менән шөғөлләнеүен ауыр финанс хәленә һылтаған.
Әле ул һаҡ аҫтына алынған. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.