+15 °С
Болотло
Ишеткәнһегеҙҙер, республика оператив штабы кисә генә төҙөлгәйне.
- РФ Президенты Владимир Путин указына ярашлы, Башҡортостан база әҙерлеге кимәлендәге территориялар иҫәбенә индерелде. Беҙҙең төп бурыс - предприятиелар, ойошмаларҙың һәм, дөйөм алғанда, иҡтисадтың ышаныслы үҫешен тәьмин итеү, - тине Радий Хәбиров.
Ултырышта Башҡортостан иҡтисадының тотороҡло эшләүен һаҡлауҙы ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды.
Республика етәксеһе БР Хөкүмәтенә һәм муниципалитеттарға мобилизацияланыусыларҙың ғаиләләренә адреслы ярҙам күрһәтеүгә айырым иғтибар бирергә ҡушты.
Фото: БР Башлығы сайтынан.