Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Октябрь 2022, 12:31

Төбәктә "Турникетһыҙ аҙна" көҙгө акцияһы тамамланды

Һөнәргә йүнәлеш биреүсе был акция бар илдә 14-21 октябрҙә уҙҙы. Унда республиканың мәшғүллек үҙәктәре белгестәре 380 сара уҙғарҙы. Уларҙа 8 меңгә яҡын өлкән класс уҡыусылары менән студенттар ҡатнашты.

Төбәктә "Турникетһыҙ аҙна" көҙгө акцияһы тамамланды
Төбәктә "Турникетһыҙ аҙна" көҙгө акцияһы тамамланды

Саралар теҙмәһенә производство урындарын һәм музейҙарҙы ҡарау менән предприятиеларға экскурсиялар, мәшғүллек үҙәктәренең "ҡыҙыу линиялары" буйынса консультациялар, класс сәғәттәре, һөнәри белем биреү учреждениелары вәкилдәре менән осрашыу, "Мәктәп-вуз-предприятие" форматында ата-әсәләр йыйылышы үткәреү инде.

- Аҙна буйы мәктәп уҡыусылары һәм студенттар республиканың предприятие-ойошмаларында булды. Унда улар производство этаптарын күрҙе, музейҙар менән танышты, үҙ һөнәрҙәренә беренсе яҙаым да яһаны, - тине бының турала БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Акция мәлендә йәштәр эшкәртеүсе, нефть химияһы һәм еңел сәнәғәт предприятиеларында булды. 

"Турникетһыҙ аҙна" акцияһы Рәсәйҙә йылына икене үткәрелә. Киләһе сара 2023 йылдың апрелендә уҙасаҡ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: