Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Октябрь 2022, 17:50

Силәбе өлкәһендә юғалған ир Башҡортостанда үле килеш табылған

Учалы районынан ике кеше бер ирҙе үлтереүҙә ғәйепләнә. Был хаҡта Башҡортостандың Тәфтиш комитеты хәбәр итә.

Силәбе өлкәһендә юғалған ир Башҡортостанда үле килеш табылған
Силәбе өлкәһендә юғалған ир Башҡортостанда үле килеш табылған

Быйыл 30 сентябрҙә полицияға Силәбе өлкәһендә йәшәгән ҡатын үҙенең 34 йәшлек туғаны юғалыуы хаҡында хәбәр итә. Эҙләү барышында ирекмәндәр Учалы районында юғалған ирҙең телефонының бер өлөшөн һәм уның әйберҙәрен тапҡан.

 

Зыян күреүсе алыҫ юлға йөрөүсе шофер булған. 29 сентябрҙә кискеһен ул, йөк машинаһын туҡталҡала ҡалдырып, дуҫтары менән осрашҡан.  Дүрт кешенән торған компания алкоголь эскән, уларҙың өсәүһе һуңынан саунаға юлланған. 34 йәшлек һәм 26 йәшлек ирҙәр араһында ғауға сыҡҡан. Шул саҡта енәйәтселәр ирҙе урманға алып сығып,  һәм бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнскән. Шунан һуң улар зыян күреүсене автомобилгә тағып һөрәп йөрөткән, иң һуңында  үлтереп, ташлап киткән.

 

Икенсе көндө енәйәтселәр енәйәт урынына кире килеп, ҡорбанын күмгән.

 

Әле енәйәт эшен тикшереү дауам итә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: