50 йәшлек ир Салауат ҡалаһынан Өфөгә килгәс, Ленин урамындағы ресторанға инә. Бер аҙҙан, киске сәғәт һигеҙ тирәһендә, ресторан янындағы туҡталҡала торған "Toyota Land Cruiser" машинаһының сигнализацияһы сыйылдай. Ир урамға йүгереп сыҡҡас, машинаһының артҡы тәҙрәһе ватылғанын күрә. Салондан документтар, банк карталары, 43 мең һум аҡса ятҡан сумканы урлағандары асыҡлана.
Ваҡиға урынына кисекмәҫтән тәфтиш-оператив төркөм юллана һәм яҡынса 15 минуттан оперҙар бурҙарҙы тота. Енәйәтселәр полиция хеҙмәткәрҙәрен күргәс, урланған сумканан ҡотолорға маташа...
Уларҙы ҡулға алғандар. Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре бурҙарҙың башҡа ошондай енәйәттәргә ҡағылышлығын тикшерә.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.