-33 °С
Ясна
Өлөшләтә мобилизация башланғас әрме тауарҙарына хаҡ ҡапыл артҡаны күҙәтелә. Ошоға бәйле "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә мөрәжәғәттәр күп булған. Шуға ла рейд үткәрергә, хаҡтарҙы мониторингыларға ҡарар ителгән.
- Рейд барышында партия активистары менән СВО-ла ҡатнашыусыларға кәрәкле тауарҙар - йылы өҫкө кейем, йоҡо тоҡтары, термокейем, термос, бәләкәй балаҫтар һ.б. шундай әйберҙәрҙең хаҡын тикшерҙек, - ти Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы. Депутат социаль селтәрҙә яҙыуынса, октябрь баштарында ла рейд үткәргәндәр һәм уның һөҙөмтәләре буйынса тейешле органдарға хат ебәргәндәр. Үкенескә күрә, намыҫһыҙ эшҡыуарҙар ҙа бар, улар хаҡты махсус рәүештә күтәрә.
Бындай рейдтар дауам итәсәк.
Фото: vk.com