Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Октябрь 2022, 12:50

Иғтибар! Башҡортостандан тағы нисә ир-егеттең мобилизацияға эләгәсәге тураһында билдәле булды!

Бөгөн БР хәрби комиссары Михаил Блажевич БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депуттаттары алдында сығыш яһаны.Ул тағы нисә ир-егеттең өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, хәрби уҡытыу урындарына ебәреләсәге тураһында әйтте.

Иғтибар! Башҡортостандан тағы нисә ир-егеттең мобилизацияға эләгәсәге тураһында билдәле булды!
Иғтибар! Башҡортостандан тағы нисә ир-егеттең мобилизацияға эләгәсәге тураһында билдәле булды!

БР военкомы тағы 20-30 ир-егет алынасаҡ тип белдерҙе.

 Михаил Блажевич һөйләүенсә, хәрбиҙәргә сентябрь һәм октябрь айҙары өсөн аҡса довольствиеһын түләй башлағандар, бының буйынса ҡарар ҡабул ителгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә РФ Хәүефһеҙлек советы ултырышы мәлендә Рәсәй Президенты өлөшләтә мобилизацияға эләккән ир-егеттәрҙең аҡса довольствиеһы айына 195 мең һумдан да кәм булмаҫҡа тейеш тине.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: