Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Октябрь 2022, 10:40

Федераль кимәлдәге сараға әҙерлек бара

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһының 450 йыллығына әҙерлек буйынса сираттағы кәңәшмәне уҙғарҙы. 2024 йылда билдәләнәсәк ваҡиға уңайынан баш ҡалала ҙур төҙөлөштәр башланған һәм күҙалланған.

Федераль кимәлдәге сараға әҙерлек бара
Федераль кимәлдәге сараға әҙерлек бара

Көрәш һарайы – шул иҫәптә. Ул Өфөнөң Октябрь районы биләмәһендә буласаҡ. Объектта бер нисә сменала 100-ләп кеше эшләй. Яңы спорт учреждениеһында халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендә ярыштар үтәсәк.

Киләһе йылда Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры үҙ ишектәрен асасаҡ. Әле ул яңыртыла. Ошо бина янында ЮНЕСКО исемлегенә ингән Рәсәй төҙөлөш һәйкәлдәре миниатюралары урынлаштырыла. Радий Хәбиров Мәҙәниәт министрлығына театр асылыуға репертуарҙы яңыртырға ҡушты.

Юбилей алдынан Калинин, Ленин райондарында ла яңы спорт объекттары барлыҡҡа киләсәк. Ишкәкле слалом, фехтование үҙәге кеүек биналар ҙа ҙур беренселектәр, чемпионаттар үткәрерлек итеп һалына.

Кәңәшмәлә Ағиҙел йылғаһы аша һалынған аркалы күперҙе капиталь ремонтлау хаҡында ла һүҙ булды. Был объектта ете меңдән ашыу металл конструкцияны алмаштырыу ҡарала.

Ҡыҫҡаһы, эш күп, төҙөлөш дауам итә, юбилей объекттары ваҡытында әҙер буласаҡ.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Федераль кимәлдәге сараға әҙерлек бара
Федераль кимәлдәге сараға әҙерлек бара
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: