+1 °С
Болотло
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2025)
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Октябрь 2022, 21:00
Ел дә иҫмәй, япраҡ та һелкенмәй —
Яҙылмаһа күктә, йәмәғәт. Һуғыш афәттәрен күрергә лә Яҙған булған нәҡ беҙгә, тимәк. Ней ашарға белмәй ҡыландыҡ шул, Ризыҡ мулдан — барыбер һайландыҡ. Һәр көн өҫкә яңы кейем алдыҡ, Хатта ҡуйыр урын тапманыҡ. Һәр бер йорттоң ҡапҡа төптәрендә Баҫып тора өс-дүрт машина. Йорттар бейек, тик ҡапҡалар бикле, Кермәй хәҙер кеше күршегә. Шөкөр итмәнек шул булғанына, Күрмәнек беҙ булған байлыҡты. Хаҡ Тәғәлә күктән күҙәткәндә Нишләтә тип байлыҡ халыҡты. Иң ҙур байлыҡ — һаулыҡ, тыныслыҡ тип, Ололар бит юҡҡа әйтмәгән. Тыныслыҡтың байлыҡ икәнлеген Беҙ бығаса уйлай бирмәгән. Аңланыҡ беҙ хәҙер барыбыҙ ҙа: Байлыҡ бит ул бары бер айлыҡ. Һорайбыҙ беҙ хәҙер Раббыбыҙҙан Бары тик тыныслыҡ һәм һаулыҡ. Ил- көндәргә тыныслыҡ бир, Раббым, Миһырбанлы булһын хужалар. Ҡанлы күҙ йәштәрен түкмәһендәр Аналар һәм йәтим балалар. Фәниә Минғәлимова.
Ел дә иҫмәй, япраҡ та һелкенмәй —
Фото: Т. Аманов
Автор:
Гөлнара Солтанова
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"