Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Октябрь 2022, 09:20

Башҡортостанда оператив штаб булдырылды

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың хәрби хәл тураһындағы указы сыҡҡандан һуң, Республика Башлығы Радий Хәбиров та мөһим документҡа ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостанда оператив штаб булдырылды
Башҡортостанда оператив штаб булдырылды

Башҡортостанда оператив штаб булдырылды. Уны Радий Фәрит улы үҙе етәкләй. Штаб составына оператив һәм көс структуралары хеҙмәттәре, министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәре ингән. Оперштаб башлығы халыҡты ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау буйынса саралар үткәреү тураһында ҡарарҙар ҡабул итә. Шул иҫәптән РФ Ҡораллы көстәренең, башҡа ғәскәрҙәрҙең ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү сараларын ғәмәлгә ашырыу буйынса ла.

Президент указы буйынса Радий Хәбиров журналистар һорауҙарына ла яуап бирҙе. Уның фекеренсә, указға ярашлы, төбәктәр етәкселәренә оператив ҡарар ҡабул итеү мөмкинлеге бирелде.

- После начала специальной военной операции мы создали штаб по обеспечению устойчивости экономики и социальной сферы. Он у нас до сих пор работает. Мы проводим его не так часто, потому что прошли основную волну санкционного давления. Состояние экономики Башкортостана позволяет нам работать в плановом режиме. Вновь созданный республиканский штаб сосредоточится на решении тех задач, о которых я говорил. В ближайшие дни проведём его заседание, рассмотрим первоочередные вопросы. Подчеркну: состояние экономики, социальной сферы нашей республики стабильное. Мы выполняем все поставленные задачи. Поэтому спокойно и уверенно работаем дальше, - тине БР Башлығы.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: