Эштәр 3 ноябрҙә ҙур этнографик диктанттың рәсми сайтында miretno.ru баҫылып сығасаҡ.
Диктант эштәре тест формаһында һәм түбәндәгеләрҙе үҙ эсенә ала:
– 20 һорау – диктанттың дөйөм федераль өлөшө, бөтә ҡатнашыусылар өсөн бер иш;
– 10 һорау – диктанттың төбәк өлөшө, ул Рәсәйҙең һәр төбәге өсөн айырым.
Барлыҡ эштәрҙе үтәгән өсөн балдарҙың максималь суммаһы – 100. Диктант яҙыу өсөн 45 минут ваҡыт талап ителә.
Электрон рәүештә үткәндән һуң һөҙөмтә күрһәтелгән электрон сертификат шунда уҡ бирелә.
Әйткәндәй, 2021 йылда Башҡортостан Республикаһы ил төбәктәре араһында ҡатнашыусылар һаны буйынса беренсе булды. Акцияла бөтәһе 341 027 кеше ҡатнашты.
Быйыл теләүселәр 3 – 8 ноябрҙә үҙҙәренең этномәҙәни белем кимәлен тикшерә ала
Диктант яҙғандан һуң ошо һылтанма буйынса форманы тултырырға кәрәк.
Фото: Т. АМАНОв.