Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Октябрь , 20:00

Ҡазанда Мостай Кәрим һәйкәленә сәскәләр һалдылар

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 103 йыл, бөйөк шәхескә арналған саралар күрше республикала ла үтте.

Ҡазанда  Мостай Кәрим һәйкәленә сәскәләр һалдылар
Ҡазанда Мостай Кәрим һәйкәленә сәскәләр һалдылар

Унан Ҡазан ҡалаһында йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә ситтә ҡалманы. Ҡазан башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, популяр йырсы Элвин Грей ҡалалағы Мостай Кәримдең һәйкәленә сәскәләр һалды. Был һәйкәл 2020 йылда асылған, ул шағирҙың ижадын һөйөүселәр менән бер рәттән, Ҡазан башҡорттары өсөн дә оло рухи-мәҙәни әһәмиәткә эйә.

 

Мәғлүмәт һәм фото: "Ҡоролтай" төркөмөнән алынды.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в