Киске сәғәт туғыҙ тирәһендә Стәрлетамаҡта ҡара-ҡаршы килгән "Джак ТагАЗ" менән "Лада Нива" машиналары бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 39 йәшлек "ТагАЗ" водителе йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында һәләк булған. "Лада"ның 37 йәшлек пассажирына медицина ярҙамы күрһәтелгән. "Нива" водителе зыян күрмәгән. Әлеге осраҡ буйынса тикшереү бара.
Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙомағыҙ!
Фото: БР ЮХХДИ.