Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Октябрь , 20:00

Яуызлыҡты бергәләп ҡыйратайыҡ

Александр Доставалов исемендәге батальон ирекмәне алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға мөрәжәғәт итә. Башҡортостандың Әлшәй районы башлығы Дамир Мостафин социаль селтәрҙә һалдаттың видеояҙмаһын һалған. “Томан” ҡушаматлы яугир һалдаттарҙы ғаиләһе һәм иле өсөн аҙаҡҡаса көрәшергә һәм, уйлап та тормай дошманды ҡыйратырға саҡыра.

«Әгәр бирешһәң, еңелерәк булмаҫ. Шуны онотма: һинең артыңда – һинең ғаиләң, һинең артыңда - бөтә ил. Нәҡ һиңә фашистарҙың әшәкелеген ҡыйратыу мөмкинлеге тейҙе. Уйлап тормайынса, һәләк булған балалар, ата-әсәләр, халҡыбыҙҙың бойондороҡһоҙлоғо һәм тыныслығы өсөн көрәш. Ныҡ тороғоҙ, егеттәр!» – тиб белдерҙе “Томан”.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в