Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Октябрь 2022, 09:02

Яңы поликлиниканы түҙемһеҙлек менән көтәләр

Баш ҡалабыҙ Өфөлә "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса ҙур поликлиника төҙөлә. Әле объект 98 процентҡа әҙер.

Яңы поликлиниканы түҙемһеҙлек менән көтәләр
Яңы поликлиниканы түҙемһеҙлек менән көтәләр
Затон биҫтәһендә 9-сы дауахананың поликлиникаһы һалына. Бер юлы уның биләмәһе лә төҙөкләндерелә. Тротуар майҙаны - 500 квадрат метр, ә дөйөм территория 3791 квадрат метрҙы тәшкил итә. Парковкаға ла урын ҡаралған, физик мөмкинлектәре сикләнгәндәргә лә уңайлыҡтар иҫәпкә алынған.
 
Поликлиника үҙе биш, алты, ете ҡатлы блоктарҙан тора. Бер сменала 900 кешене - 400 өлкән, 350 бала, 150 ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына - хеҙмәтләндереү мөмкин буласаҡ.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенән.
Яңы поликлиниканы түҙемһеҙлек менән көтәләр
Яңы поликлиниканы түҙемһеҙлек менән көтәләр
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: