Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Октябрь 2022, 17:30

Яңы балаҫ һуға башлаусыларға кәңәштәр

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Сажиҙә  Муллағолова бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, балаҫ һуғыу эшенә мөкиббән сумған, яңы башлап тороусыларға оҫталыҡ дәрестәре  лә үткәрә. Уның кәңәштәре яңы эш башлап ебәреүселәр өсөн бик файҙалы булыр, тип уйлайбыҙ.

Яңы балаҫ һуға башлаусыларға кәңәштәр
Яңы балаҫ һуға башлаусыларға кәңәштәр

– Хаталар ебәрмәҫ өсөн белгән кешенән өйрәнергә кәрәк. Булмаһа, интернет селтәрендә лә бик матур оҫталыҡ дәрестәре бар. Эҙләгеҙ, ҡарағыҙ. Ваҡытты һис йәлләмәгеҙ. Иң беренсе – станокка ептәрҙе дөрөҫ үткәреү мөһим. Балаҫ тығыҙ булырға, ептәре тартылып торорға тейеш. Һуғырға өйрәнгән ваҡытта сепрәк йомғаҡтарҙан башларға кәңәш итәм. Эшегеҙ ҙә ырамлыраҡ бара, үҙегеҙгә күренәсәк. Аҙаҡ, йөнгә тотонғанға тиклем, төҫлө ептәрҙән дә эшләп ҡарарға була.
Эш урынығыҙ уңайлы, яҡтылыҡ етерлек кимәлдә булыуы зарур. Әйләнгән һайын станокка еп ҡуйып ултырмаҫ өсөн оҙонораҡ итеп үткәрергә тырышығыҙ. Был ваҡытта өйҙәгеләрҙән ярҙам һорағыҙ.
Шәл һуҡҡанда «деревенька» ебен ҡулланырға, баш­ҡорт шәлдәрен йөндән һуғырға кәңәш итәм. Ә балаҫ өсөн ҡиммәтерәк төҫлө еп һайларға кәрәк. Арзаныраҡтары эш мәлендә генә матур күренә, аҙаҡ төйөрсөктәре килеп сығып, төҫөн юғалта. Эшегеҙ ҙә әрәм була. Материалдарҙың иң һәйбәте – йөн. Ул бер нисә йылдан һуң да үҙ йөҙөн юғалтмаясаҡ, – ти ул.

Балаҫ һуғыу эшендә барығыҙға ла уңыштар теләйбеҙ.

 

Фото: Т. АМАНОв.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: