Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Октябрь , 16:47

Йәштәр сәйәсәте өлкәһенең иң яҡшы эшмәкәрҙәре билдәләнәсәк

Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты «Профессионалдар» конкурсына ғаризалар ҡабул итә башланы. Ул йәштәр сәйәсәтенең перспективалы эшмәкәрҙәрен асыҡлауға, үҫтереүгә һәм уларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Бында тармаҡ етәкселәре һәм белгестәренән тыш, төбәк бизнес-берләшмәһе вәкилдәре, йәштәр һәм йәмәғәт ойошмалары, төбәк хәрәкәттәре һәм берекмәләре етәкселәре һәм белгестәре ҡатнаша ала. Төп шарт - йәштәр сәйәсәте өлкәһендә раҫланған эшмәкәрлек тәжрибәһе бер йылдан кәм булмаҫҡа тейеш.  

Йәштәр сәйәсәте өлкәһенең иң яҡшы эшмәкәрҙәре билдәләнәсәк
Йәштәр сәйәсәте өлкәһенең иң яҡшы эшмәкәрҙәре билдәләнәсәк

Ғаризаны 14 ноябргә тиклем [email protected] электрон почтаһы буйынса  бирергә мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт һәм ғаризаға форма түбәндәге сайтта: https://molodez.bashkortostan.ru/documents/active/446013/.

Йәштәр сәйәсәте эшмәкәрҙәре өсөн 11 номинация бар. Конкурс ике этапта үтәсәк. Ситтән тороп ҡатнашыу этабы 15 ноябрҙә башлана, унан һуң финалға үтеүселәр «гайд-парк» форматында көндөҙгө этапта осрашасаҡ.

Тармаҡ профессионалдарын башҡарма власть органдары, ведомство ҡарамағындағы учреждениелар, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, юғары һәм урта профессиональ белем биреү ойошмалары вәкилдәре, почетлы исем эйәләре һәм бынан алдағы конкурстарҙа еңеүселәр баһалаясаҡ. Йомғаҡ  декабрь айында  яһаласаҡ.

«Профессионалдар» конкурсының учредителе –  Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты. Уны Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәт-методик үҙәге ойоштора.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в