-21 °С
Болотло
Туймазының суд приставтары бәлиғ булмаған ике улына алимент буйынса 1 миллион 150 мең һум бурыслы 39 йәшлек Ләйсән Йәмилеваны эҙләй. Был хаҡта Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итә.
Быға тиклем ҡатынға ҡарата балаларын ҡарауға аҡса түләттереү тураһында үтәтеү эше ҡуҙғатылһа ла, йәнһеҙ әсә үҙ бурысын үтәмәй. Шуға бәйле, уға ҡарата барлыҡ мәжбүри һәм тәьмин итеү сараһы күрелгән. Ҡатынға эҙләү иғлан ителгән.
Ләйсән Йәмилева Ставрополгә сығып киткән, тип фаразлана. Уның ҡайҙа икәнлеге хаҡында белеүселәр 8 917 796-48-43 йәки 8 (347) 273-56-40 телефондары буйынса шылтыратып хәбәр итә ала.
Фото: Т. Аманов