«Беҙҙең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Акимов Виктор Сергеевич өлөшләтә мобилизациялауға эләкте. Виктор Сергеевич беҙгә мәктәп белеме биреп кенә ҡалмай, беҙҙә ватансылыҡ рухы ла тәрбиәләй, шулай уҡ ул мәктәп тормошонда ла әҙүем, директорҙың тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫары булып тора», – тип һөйләне уҡыусылар үҙҙәренең мөрәжәғәтендә.
Уҡыусылар, ҡалала уҡытыусылар менән проблемалар булыуын, әгәр уҡытыусы ил һаҡларға оҙатылһа, бер кем дә уларҙы йәмғиәтте өйрәнеү һәм тарих буйынса төп һәм берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләй алмай, тип билдәләне.
«Ул мәктәп һәм уҡыусылар өсөн күп нәмә эшләне, һәр кемгә айырым ҡараш тапты, шул рәүешле белем алыу һәм үҙ дәүләтенең тарихын өйрәнеү теләге тыуҙырҙы», - тип белдергән сығарылыш синыф уҡыусылары.
Фото: Т. Аманов