Роспотребнадзорҙың мониторинг мәғлүмәттәре шундай. Был һан, үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 202 осраҡҡа артҡан. 2009 ағыуланыуҙың 396-һы үлем менән тамамланған. Был – дөйөм һандың 19,7 проценты. Дөйөм алғанда, республикала үлем күрһәткесе 100 мең кешегә 9,9 осраҡҡа тиклем кәмегән. 2021 йылдың 9 айында был һан 100 мең кешегә 12,4 тәшкил иткән.
Башҡортостанда киҫкен ағыуланыу күрһәткесе артҡан: 100 мең кешегә – 50,2. 2021 йылда 100 мең кешегә 45 осраҡ тура килгән. Бынан тыш, 9 муниципалитетта киҫкен ағыуланыу күрһәткесе республика күрһәткестәренән 2–3 тапҡырға юғарыраҡ, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Стәрлетамаҡ районы.
Үкенескә күрә, Башҡортостан халҡы спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланыуын һәм һәләк булыуын дауам итә. 60,5 процент осраҡта граждандар этил спирты арҡаһында киҫкен ағыуланған. Быларҙан тыш, былтырғы менән сағыштырғанда, алкоголдән ағыуланыу күрһәткесе артҡан - 100 мең кешегә 19,1 проценттан 23,1-гә тиклем. Октябрьский һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында республика күрһәткесенән 4,4 тапҡырға күберәк. Бөтәһе 107 кеше хәмерҙән ағыуланып үлгән, был бер йыл элеккегә ҡарағанда, 29-ға кәмерәк. Үлемгә ҡаршы рейтинг лидерҙары: Өфө (28 үлем), Нефтекама (7), Стәрлетамаҡ (3).
Шулай уҡ республикабыҙҙа уҙған 9 айҙа 340 граждан дарыуҙар, 203 наркотиктар ҡулланыуҙан ағыуланған.
Фото: Т. Аманов