-5 °С
Ясна
Р-240 "Өфө-Ырымбур" автоюлының 228-се саҡрымында "Лада Гранта" менән "КамАЗ" йөк автомобиле бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике кеше һәләк булған, өс кеше ауыр йәрәхәтләнеп, Күмертау үҙәк ҡала дауаханаһына оҙатылған. Емерек машина эсенән кешеләрҙе Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының зона эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре сығарған. Юл-транспорт ваҡиғалары сәбәптәре асыҡлана.
Фото: БР ЮХХДИ, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.