Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Октябрь 2022, 12:07

Пицца өсөн иң яҡшы ҡамыр

Пицца өсөн классик ҡамыр шундай: сүпрәһеҙ, сөсө. Башҡа төрлөләре – һәр кемдең үҙенең фантазияһы.

Пицца өсөн иң яҡшы ҡамыр
Пицца өсөн иң яҡшы ҡамыр

Шулай итеп, иң шәп ҡамыр рецебы: ондо (1,5 стакан) иләп, уға ҡамыр ҡабартҡыс (1 балғалаҡ), тәменсә (ярты балғалаҡ самаһы) тоҙ һалырға ла, һыу (100 мл) һәм зәйтүн майы (4 ҡалаҡ) ҡойоп, алты минут буйына ҡул менән ҡамыр баҫырға. Артабан ҡамырҙы йәйеп, табаға (духовка ҡалайына) урынлаштырып, ситен бөгөргә һәм йәнегеҙ теләгән эслекте һалырға. Юғары температурала бешерергә.

Был бер порцияға иҫәпләнгән.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: